- Һаулыҡ - ҙур байлыҡ.
- Һаулыҡты аҡсаға һатып алып булмай.
- Халыҡ һаулығы — дәүләт байлығы.
- Һаҡланған - һаулыҡҡа туйған.
- Һаҡланғандан үлем дә һаҡлана.
- Һау кешегә көн дә байрам.
- Һаулығың — байлығың.
- Һәр дарыу самаһынан уҙһа — ағыу.
- Тән ауырыһа, йән ҡурҡа.
- Тәне һауҙың йәне һау.
- Тир менән сир сыға.
- Самалы ашаған һау булыр.
- Саф һауа - тәнгә дауа.
- Сир аяҡ аҫтында.
- Сир ҡулдан йоғор, тымау - тындан.
- Сирле үлмәй, әжәле еткән үлә.
- Сирле, сирленең холҡо - кирле-мирле.
- Сирлегә йәйге селләлә лә һыуыҡ.
- Сирләмәйенсә һаулыҡтың, ҡартаймайынса йәшлектең ҡәҙерен белмәҫһең.
- Сәләмәт тәндә - таҙа аҡыл.
- Оҙаҡ ауырыу йән ала.
- Кешенең дарыуы - кеше.
- Йәнең һау булһа, ауырыумын тимә, тәнең һау булһа, ярлымын тимә.
- Ауырыу көсәйһә, йәнеңде алыр,
- Дарыу көсәйһә, малыңды алыр.
- Ауырыу күрмәгән кеше һаулыҡтың ҡәҙерен белмәҫ.
- Ауырыуға сыҙамаһаң, һаулыҡтың ҡәҙерен бел.
- Байлыҡ башы — һаулыҡ.
- Байлыҡ — бер айлыҡ, һаулыҡ — ҙур байлыҡ.
- Байлыҡтың алды — тән һаулыҡ.
- Паҡлыҡ һөйгән һау булыр.
Башкирские пословицы о здоровье
- Родительская категория: Словесные жанры
- Категория: Пословицы и поговорки
- Просмотров: 15862