- Яҡшы һүҙ балдан татлы.
- Әҙерәк һөйләһәң, күберәк ишетрһең.
- Яҡшы һүҙ – йән аҙығы.
- Йылы көн ҡарҙы иретер, йылы һүҙ йәнде иретер.
- Яҡшының үҙе яҡшы, үҙенән һүҙе яҡшы.
- Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә.
- Ышанма кеше һүҙенә, ышан үҙ күҙеңә.
- Һүҙе ямандың үҙе яман.
- Бер әйткәнде ике әйтмә.
- Үҙең ишетке килмәгән һүҙҙе кешегә һөйләмә.
- Ауыҙың ни әйткәнде ҡолағың ишетһен.
- Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә.
- Һүҙҙең башынан элек төбөн уйла.
- Ялған һөйләһәң - тотолорһоң, дөрөҫ һөйләһәң - ҡотолорһоң.
- Кешенең белемен һүҙенән аңларһың.
- Кешенең үҙенә ҡарама, һүҙенә ҡара.
- Аҙ һөйлә - күп эшлә.
- Һүҙ яраһы һөңгө яраһынан ҡатыраҡ.
- Әйткән һүҙ-атҡан уҡ.
- Һүҙ тейһә — ағаға, уҡ тейһә боғаға.
- Һүҙенә күрә яуабы, саҙаҡаһына күрә cауабы
- Һүҙенән ҡайтҡан - ир түгел
- Һүҙ күп ерҙә эш аҙ булыр.
- Һүҙ менән түгел, эш менән күрһәт.
- Һүҙ һөймәгән тирмән ҡорған.
- Һүҙең менән эшең бер булһын.
Башкирские пословицы о слове
- Родительская категория: Словесные жанры
- Категория: Пословицы и поговорки
- Просмотров: 2297