- Уҡыу - белем шишмәһе.
- Уҡыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу.
- Уҡыған артҡа ҡалмаҫ.
- Укыған ете ҡат ер аҫтындағын күрә, уҡымаған ер өҫтөндәген дә
- күрмәй.
- Уҡыған ил уҙыр, уҡымаған ил туҙыр.
- Уҡыған кеше хур булмай.
- Укыған уғыл - атанан оло.
- Уҡыған уңыр, уҡымаған туңыр.
- Уҡыған үлмәҫ, уҡымаған көн күрмәҫ.
- Уҡый белмәһәң дә хурлыҡ, уҡып белмәһәң дә хурлыҡ.
- Уҡымаған бер телле, уҡыған ике телле.
- Уҡымаған күҙлене уҡыған һуҡыр еңгән.
- «Уҡыным» тимә, «белдем» тиң.
- Уҡыу - күңел нуры, уҡымай ҡалған - кеше хуры.
- Уҡыу ялыҡтырһа ла бил һындырмай.
- Уҡыуһыҙ белем юҡ, белемһеҙ көнөң юҡ.
- Уҡыһаң белерһең, уҡымаһаң бөлөрһөң.
Башкирские пословицы о чтении
- Родительская категория: Словесные жанры
- Категория: Пословицы и поговорки
- Просмотров: 2012