Һары ла сәс (Белокурая девушка)
Ноты без текста с таким же названием из рукописного сб.№2 И.В.Салтыкова. Текст песни заимствован из сб. «Башҡорт халыҡ ижады. Йыр6ар». - Өфө, 1974. Подтекстовка А.М. Кубагушева.
Һары ла сәс үреп һал да,
Мин киткәнде күреп ҡал.
Шишмә юлҡайына ҡаршы сығып,
Әйтер һүҙең булһа, әйтеп ҡал.
Мин киткәнгә, йәнем, ай, буҫыҡма,
Дошман янһын, килеп үбеп ҡал.
Һары ла сәс үреп һал да,
Мин киткәнде күреп ҡал.
Ҡалырһың да, йәнем, ай, ҡалырһың,
Ҡамыштарҙан күпер һалырһың.
Һөттән ап-аҡ беләккәйҙәреңде
Кем күкрәккәйҙәренә һалырһың?
Һары ла сәс үреп һал да,
Мин киткәнде күреп ҡал.
Мин китәмен, йәнем, ай, йыраҡҡа,
Ҡоштар өсөн етмәҫ сит яҡҡа.
Ир намыҫы һынмаҫ, бығау һыныр,
Әйләнеп үк ҡайтырмын был яҡҡа.