Бейеш (Бииш). Вариант песни
Сборник:
Бейеш (Бииш). Вариант песни
Запись мелодии без текста в 1947г. К.Ю. Рахимовым по исполнению кураиста Гинията Ушанова. Подтекстовка Кубагушева А.М.
Аҡ уҫаҡҡайҙарҙың, ай, ҡабығы,
Аҡ ҡуянҡайҙарҙың аҙығы.
Башҡынайым минең күпте күрҙе,
Дошмандарға булһын яҙығы.
Ялан ғына ерҙең, ай, ҡылғаны,
Һәр бөртөгө уның ҡыл кеүек.
Әткәндәге ғүмер һиҙелмәне,
Бер-бер көнө бында йыл кеүек.
Ир ҡанатҡайҙары ла, ай, ат булыр,
Ҡаҙ ҡанатҡайҙары ла хат булыр.
Үҙ ҡулҡайыңда ла малың бөтһә,
Бер туғанҡайҙарың да ят булыр.