Музыка

Сборник: Таһир Кусимов

Мауыҙҙы ла күле ай яҡты күл,
Таһир Кусимов тыуған ер бит ул.
Туғыҙ йәшлек булған етем бала (ҡалған)
Ситтә йөрөп үҫкән ир бит ул.
Мауыҙҙы ла күле, ай, тәрән күл,
Таһир Кусимов йөҙғән күл бит ул.
Сит ерҙәрҙә йөрөп, хеҙмәт иткән
Таһир Кусимов хәрби ир бит ул.

Утлы һуғыш үткән яу далаһы
Атлы башҡорт үткән ер бит ул.
Днепрҙын уң яҡ ярын алған,
Таһир Кусимов полководец ир бит ул.
Атлы башҡорттарын оҙатып ҡалған
Күгәреп кенә ятҡан киң Урал.
Ватан һуғышында ҙур дан алған,
Таһир Кусимов герой-генерал

QR код материала

Qr Code