Балҡантау
Сборник:
Балҡантау
Балҡантау. Речитация из эпоса «Заятүләк менән һыуһылыу» (Заятуляк и Хыухылу). Нотация К.Ю. Рахимова в 1948 г. по исполнению Забировой Зайнаб Зариповны, 1889 г.р., г. Уфа. (Сб. №14, инв.№171).
тауҙы тауға оҡшатып
тимер менән ҡоршатып
алып бында килһәләр ҙә
балҡантауым был түгел
ай һай меҫкен балҡантау
бар тауҙарҙың бейеге
башында уйнар кейеге
башында уйнар кейеге.
бүлә бүлә бейегән
бүреһе күп балҡантау
мырт мырт атлап йөрогән
айыуы куп балҡантау
йәйеп ҡуйған бәрхәттәй
яланы күп балҡантау
ҡарлуғас үтмәҫ ҡарағайлы
урманы күп балҡантау.