Музыка

Сборник: Аҫылҡайым (Ненаглядная)

Ноты без текста с таким же названием из рукописного сборника №2 И.В. Салтыкова, текст песни из рукописного сборника М. Бурангулова. Реставрирован А.М. Кубагушевым. В Отечественной войне 1812 – 1814 гг. участвовали 28 башкирских конных полков. И именно башкирская конница в составе отряда князя Кудашева предотварила взрыв Московского Кремля.

Валиди Тоган Ахметзаки, История башкир. Перевод с турецкого А.М. Юлдашбаева.

Ата-бабаларҙың ҡанын һулап,
Үҫкән сауҡаларҙан уҡ юнып.
Һай, илкәйем, моңло еркәйем,
Аҫылыҡайым, тыуған илкәйем.

Дошмандарҙы сыр-сыу, ай, килтереп,
Беҙ ҡайтырбыҙ илгә лә шатланып.
Һай, илкәйем, наҙлы еркәйем,
Аҫылыҡайым, тыуған илкәйем.

Уралҡайым беҙҙе, ай, үҫтерҙең,
Буйҙарыңда атта уйнатып.
Һай, илкәйем, һөйгән еркәйем,
Аҫылыҡайым, тыуған илкәйем.

Айыу-бүреләрҙәй дошманды ла, 
Беҙ ҡайтырбыҙ еңеп, ҡыйратып.
Һай, илкәйем, наҙлы еркәйем,
Аҫылыҡайым, тыуған илкәйем.

Быуын-быуын үткән батырҙарҙың
Һүҙен тыңлап, йырын йырлайбыҙ.
Һай, илкәйем, моңло еркәйем,
Аҫылыҡайым, тыуған илкәйем.

Илкәйебеҙ өсөн булырбыҙ шаһит,
Дошмандарға илде бирмәбеҙ.
Һай, илкәйем, нәҙек билкәйем,
Аҫылыҡайым, тыуған илкәйем.

QR код материала

Qr Code