Музыка

Сборник: Төйәләҫ
Төйәләҫ (название реки). Нотация Х.Ф.Ахметова, в собственном исполнении песни, усвоенной в детстве. Лирическая песня о красоте реки «Туяляс». Туяляс – река в Баймакском р-не.  Известна песня с трагическим событием «Ынйыкай и Юлдыкай» на эту же мелодию, записанная в 1894г.С.Г.Рыбаковым от Абдрахмана Узянбаева, д.Султан современного Баймакского р-на,1 а так же зафиксирована И.В.Салтыковым в сб. №2.


Төйәләҫ
 
Төйәләҫкәй буйы бигерәк йәмле,
Аҡ тирмәләр ҡороп та йәйләргә,
Төйәләҫ буйҙары;
Ҡайҙа ла ғына барһаң, дуҫ-иш кәрәк,
Ҡаршы сығып атыңды бәйләргә,
Төйәләҫ буйҙары.
Төйәләҫкәй буйын, әй, тал алған,
Ат саптырам тиһәң дә, тал яман,
Төйәләҫ буйҙары;
Донъялыҡта ғына, эй, ни яман,
Йәштән етем ҡалһаң да, шул яман,
Төйәләҫ буйҙары.
Төйәләҫкәй буйы, эй, һары тал,
Ир балалар менә лә ат итеп,
Төйәләҫ буйҙары;
Сит илдәрҙә йөрөп, илеңә ҡайтһаң,
Үҙ туғаның тора ла ят итеп,
Төйәләҫ буйҙары.

Вариант. Төйәләҫ

Төйәләҫкәй буйы, әй, ҡырсынташ,
Тулҡын йыйып уны тултырған,
Эй, тултырған.
Йәмле Төйәләҫкәй, әй, буйына
Теҙелеп тә тирмәләр ултырған,
Эй, ултырған.
 
Төйәләҫкәй буйы, әй, туғайы,
Тауҙар менән һылыу ҡыйылған,
Эй, ҡыйылған.
Йәштәре лә шунда, ҡарттары ла,
Уйын-көлкө өсөн йыйылған,
Эй, йыйылған.
 
Төйәләҫкәй буйы, әй, туғайы,
Һандуғастар һайрай талдарҙа,
Эй, талдарҙа.
Һылыу ҡыҙҙар йырлай буйын маҡтап,
Бергә ҡушылып һайрай ҡоштар ҙа,
Эй, ҡоштар ҙа.
 
 

QR код материала

Qr Code