Музыка

Сборник: Сыбай ҡашҡа

Сыбай ҡашҡа (Конь с полоской на лбу). Записана на фонограф А.С.Ключаревым (его же нотация) в 1933г. от рабочего Белорецкого металлургического завода А.Каримова, 1898 г.р., уроженца  д. Темяс,  Баймакского р-на).

По легенде, рассказанной К.М.Дияровым, в одной из деревень, расположенной вдоль р.Дёма, жил егет, который со своим конём не знал поражений в состязаниях или сражениях с врагом. Встретив девушку из этой же деревни, он влюбляется. Однажды, прогуливаясь по берегу реки, влюбленные решили искупаться. Егет, услышав крик девушки, обнаруживает на дне реки её мёртвое тело. В песне, впоследствии сложенной джигитом, переданы его печаль по любимой, обращение к верному коню и размышления о жизни.

Своеобразие мелодии придают восходящие квартовые и нисходящие квинтовые скачки.



СЫБАЙ ҠАШҠА 

Сыбай ҙа ғына ҡашҡа, баҫма ташҡа,
Юлһыҙ ғына ерҙән дә үткәндә.
Был донъяла ауыр яңғыҙ башҡа,
Дуҫ-иш кәрәк донъя ла көткәндә.

Сыбай ғына ҡашҡа ҡырас ялын
Тауҙан ғына өргән дә ел тарай.
Алыҫ ергә китһәк, һыбай ҡашҡам
Башҡынайын бороп та бер ҡарай.

Алыҫтан уҡ ағарып, ай, күренгән
Урал тауҡайының да аҡ ташы.
Ҡайҙа ғына булмай, ниҙәр күрмәй
Ир башҡайы менән дә ат башы.


2 вар.Сыбай ҡашҡа 

Сыбай ҙа ғына ҡашҡа бөҙөрә ялын
Ҡиблаларҙан иҫкән ел тарай.
Йән һөйгән дә кешем ситкә киткәс,
Һылап-һыйпап мине лә кем ҡарай.

Сыбай ҙа ғына ҡашҡа, баҫма ташҡа,
Юлһыҙ ғына ерҙән дә үткәндә.
Был донъяла ауыр яңғыҙ башҡа,
Дуҫ-иш кәрәк донъя ла көткәндә.

QR код материала

Qr Code