Музыка

Сборник: Сибай (башҡорт халыҡ йыры)
Сибай кантон. Запись и нотация А.М.Кубагушева в исполнении  Абзалилова М.М.,(1928-1988гг.), с.Таймас Куюргазинского р-на. Песня отличается лирическим характером от других песен о начальниках кантонов. Шаяхмат Сибаев в 1838-1846гг. был писарем старшины VI-го кантона современного Старого Сибая Баймакского р-на, 1852-1855гг.служил юртовой старшиной. В 1858г.он направлен начальником VI-го кантона в д. Рахмат современного Абзелилского р-на, где служил до упразднения в 1863г. кантонной системы управления.(ЦГА, ф.2,оп.1,д.10272, с.1-3). Сибай кантон имел 2-х жен, одна из которых по имени Фатима, остается в д. Старом Сибае. Тоскуя про нее, он пел эту песню. 


Сибай кантон

Селтәрле лә генә сана, зыңғыр дуға
Ектерһәнә, Фатимам, туратҡа.
Ә-һәй, үҙ еремә ҡайтып кантон булһам,
Ирешер инем, Фатимам, моратҡа.

Һандуғастар һайрар, ай, ер түгел,
Кәкүк тә генә саҡырыр ил түгел.
Ә-һәй, илама ла, Фатимам, ай, имлама,
Йүгереп-атлап ҡайтыр ер түгел.

Нескәй генә билле туры аттар
Тибен дә генә тибә ҡыш көнө.
Ҡош артынан сәләм әйтер инем,
Белеп кенә булмай ҡош телен.


Вариант СИБАЙ 

Йәшел генә сана, зыңғыр дуға
Ектерһәнә, Фатимам, тур(ы) атҡа.
Эй-й... Атайсалға ҡайтып торор ҙа булһам,
Ирешер инем, Фатимам, моратҡа.

Һандуғастар һайрар, ай, ер түгел,
Һайраһа ла туғайы киң түгел.
Эй-й... илама ла, Фатимам, илама,
Югереп атлап етер ҙә ер түгел.

Ебәк кенә баулы күк ҡарсыға
Талпына ла микән, ҡош күреп,
Эй-й... киң түшәккәйҙәрен тарҙар йәйеп,
Көтә микән Фатимам, төш күреп.


2 вар.(Икенсе вариант)

Йәшел генә сана, зыңғыр дуға,
Ектерһәнә, Фатимам, тур(ы) атҡа.
Үҙ илемә ҡайтып торор ҙа булһам,
Ирешер инем, Фатимам, моратҡа.

Иртән генә тороп, бер ҡараһам,
Ҡырҡты менән Өрпәк күренә.
Ерһенмәйем, Фатимам, сит ерҙәрҙе,
Зарураттан күркәм күренә.

Ебәк кенә баулы күк ҡарсыға
Талпына ла микән, ҡош күреп.
Йөҙ илле лә керпек күҙен йомоп,
Көтә микән Фатимам, төш күреп.

QR код материала

Qr Code