Һары ла сәс
Һары ла сәс (Белокурая девушка). Ноты без текста с таким же названием из рукописного сб.№2 И.В.Салтыкова. Текст песни заимствован из сб. «Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар». - Өфө, 1974. Подтекстовка А.М. Кубагушева.
Һары ла сәс
— Түңәрәккәй күлдә, ай, дүрт өйрәк,
Мәргән дә үк булһаң, ат, егет.
Ҡара ла ҡашым, ыласыным,
Йәш йөрәгең баҫылһын.
Мал биреп үк һөйгән йәрең түгел,
Таң ҡыҙарып килә лә, ҡайт, егет.
— Түңәрәккәй күлдә, ай, дүрт өйрәк,
Мәргән үк булһам да, атмайым.
Һары ла сәсем, ҡыйғас ҡашым,
Йәш йөрәгем баҫылмай.
Таң ҡыҙарыу түгел, ҡояш сыҡһын,
Танһыҡтарым ҡанмай, ҡайтмайым.
Һары ла сәс (№2)
Һары ла сәс үреп һал да,
Мин киткәнде күреп ҡал.
Шишмә юлҡайына ҡаршы сығып,
Әйтер һүҙең булһа, әйтеп ҡал.
Мин киткәнгә, йәнем, ай, буҫыҡма,
Дошман янһын, килеп үбеп ҡал.
Һары ла сәс үреп һал да,
Мин киткәнде күреп ҡал.
Ҡалырһың да, йәнем, ай, ҡалырһың,
Ҡамыштарҙан күпер һалырһың.
Һөттән ап-аҡ беләккәйҙәреңде
Кем күкрәккәйҙәренә һалырһың?
Һары ла сәс үреп һал да,
Мин киткәнде күреп ҡал.
Мин китәмен, йәнем, ай, йыраҡҡа,
Ҡоштар өсөн етмәҫ сит яҡҡа.
Ир намыҫы һынмаҫ, бығау һыныр,
Әйләнеп үк ҡайтырмын был яҡҡа.