Кутузов
Кутузов. Запись сделана в 1947г. З.Г.Исмагиловым от С.Булякова, д.Каримово Учалинского района.
Кутузов
Полководец батыр ир Кутузов,
Уттар, һыуҙар кисте ҡурҡманы.
Һай, илкәйем, моңло еркәйем,
Аҫылыҡайым, тыуған илкәйем.
Ҡушымта:
Һай, Кутузов,
Баһадир ир иткән Кутузов,
Полководец икән Кутузов!
Наполеондың баҫҡынсы яуҙарын
Көтөү кеүек әйҙәп туҡманы.
Ҡушымта:
Һай, Кутузов,
Баһадир ир иткән Кутузов,
Полководец икән Кутузов!
Рәсәй ҙә генә иле, ай, киң икән,
Донъяла иң гүзәл ер икән.
Ҡушымта:
Һай, Кутузов,
Баһадир ир иткән Кутузов,
Полководец икән Кутузов!
Ирҙәре лә батыр ирҙәр икән,
Ил дошманын яуҙа еңә икән.
Ҡушымта:
Һай, Кутузов,
Баһадир ир иткән Кутузов,
Полководец икән Кутузов!