Ҡарға бутҡаһы
Сборник:
Ҡарға бутҡаһы
Ҡарға бутҡаһы. К.Дияровтың «Сал Уралдың моңдары» (Өфө, 1989) йыйынтығынан алынды. Тексы К.Мәргәндең «Башҡорт халыҡ ижады» (Өфө, 1981) йыйынтығы буйынса бирелде. Борон «Ҡарға бутҡаһы» байрамы яҙ айҙарында уҙғарылған. Байрамда тик ҡатын-ҡыҙҙар менән балалар ғына ҡатнашҡан. Йәш ҡыҙҙар, балалар бер ағасты һайлап биҙәгәндәр һәм уның тирәләй теләк теләп уратып йөрөгәндәр. Был ваҡыт әбей-һәбейҙәр бутҡа бешергәндәр. Үҙҙәре ашағас, ҡалған бутҡаны ҡарғаларға биргәндәр, төрлө уйындар уйнағандар, ямғыр теләгәндәр.