Ҡара урман
Ҡара урман (Дремучий лес). Запись и нотация А.М.Кубагушева от Саитгараевой З.С.,1907г.р.,д. Кидрас Давлеканского р-на. Общенациональная песня-размышление о жизни. Широко бытует у западных и северо-западных башкир - гайнинцев Пермского края с вариантами, характерными данным регионам.
Ҡара урман
Ҡара ла ғына урман, ҡараңғы төн,
Яҡшы аттар кәрәк үтергә.
Ҡар(а) урманға кергән саҡта
Киҫеп алдым ҡушҡайын.
Эй…Ай(ы)рылмайыҡ дуҫҡайым.
Заманалар ауыр, михнәттәр күп,
Бергәләшеп донъя ла көтөргә.
Ҡара урманға кергән саҡта,
Ояһы бар, ҡошо юҡ,
Эй… Үҙем йөрөйөм, һушым юҡ.
Ҡара ла ғына урман, ҡараңғы төн,
Ниндәй юлдар менән үтербеҙ.
Ҡар(а) урманға кергән саҡта
Киҫеп алдым ҡуш уҫаҡ.
Эй…Ай(ы)рылмайыҡ дуҫ булһаҡ.