Музыка

Сборник: Ҡара Сурай

Ҡара Сурай (название реки). Запись и нотация 1986г. А.М.Кубагушева от народного певца Сулеймана Абдуллина.  Протяжная песня лирико-драматического характера. .Ҡара Сурай – река в Зианчуринском р-не.



Ҡара Сурай

Ҡара Сурай һинең буйҙарыңда
Ҡарлығандар тирҙем яулыҡҡа.
Быйыл ғына йәйҙең өҫтәрендә,
Йәнгенәйем туймай һаулыҡҡа.

Ҡара Сурай буйы ҡара ерек,
Ҡара ҡоштар ҡунмай тиһеңме?
Уйнап ҡына, көлөп ултырғас та,
Уйланмай ҙа йөрөй тиһеңме?

Ҡара Сурай һыуы ҡаты аға,
Аҡ өйрәктәр ҡаршы йөҙә алмай.
Саҡыра ла кәкүк, һайрай былбыл,
Йөрәкәйем һис тә түҙә/а/лмай.

QR код материала

Qr Code