Дим буйы
Сборник:
Дим буйы
Дим буйы (Долины реки Дема). Нотация А.М.Кубагушева по исполнению народной артистки БАССР Фариды Кудашевой. Фонд ГТРК «Башкортостан».
Дим буйы
Димдә тыуҙым, Димдә үҫтем,
Еләк йыйҙым туғайҙа.
Эй-й, йәмле Дим буйы,
Бик һағындым был юлы.
Матур һыуҙар бик күп булыр,
Димдәй матур һыу ҡайҙа?
Эй-й, йәмле Дим буйы,
Бик һағындым был юлы.
Һыуын кистем, аша кистем,
Ҡармаҡ һалдым ярынан.
Эй-й, йәмле Дим буйы,
Бик һағындым был юлы.
Тыуып-үҫкән Дим буйҡайы
Йәнгә яҡын барынан.
Эй-й, йәмле Дим буйы,
Бик һағындым был юлы.