Музыка

Сборник: Баяс

“БАЯС”, баш. нар. песня, узун-кюй. Мелодия песни впервые записана Г.З.Сулеймановым и опубликована в его книге “Ҡурай” (1985; “Курай”). Последующая запись сделана Ф.Х.Камаевым. Песня лирико-эпич. характера.

По преданию, Баяс, живший в д.Кусеево Орского уезда, был юртовым старшиной, защищал интересы простого народа и прославился как искусный певец и кураист. Был арестован и сослан в Сибирь. Сбежав с каторги, долгие годы скрывался в родных краях. Предположительно песня “Баяс” сочинена им. Существует два мелодич. варианта песни. Первый отличается сдержанным суровым характером (известен в исполнении Сулейманова), второй вариант более лиричный, богато орнаментированный.

Среди исполнителей песни С.А.Абдуллин, Р.Г.Буляканов, Ф.А.Кильдиярова, Т.Х.Узянбаева.


Баяс (Мужское имя). Запись Г.З. Сулейманова, усвоенный от кураиста Карима Диярова, 1916 г.р., д. Басай Баймакского района. По преданию, Баяс выходец из д. Кусеево Баймакского района, служил помощником одного начальника. Зная о его несправедливом отношении к народу, угнетение их незаконными налогами, отправку на ссылку с ложными доносами, тайно решил бороться с ним, уничтожая некоторые бумаги, касающиеся его действиям. Начальник, узнав об этом, составил  протокол и отправил  Баяса на ссылку в Сибирь, откуда через некоторое время он сбежал.     


Баяс

Һай! Ҡыҙырым ғына буйы йәшел сауҙа,
Йөрөһәң ине Ҡыҙырым буйлатып.
Һай! Көрәгәләр һапырып, дуҫ-иш йыйып,
Ултырһаң ине ҡурайҙы уйнатып.

Һай! Үтәһең дә ғүмерем, ай, үтәһең,
Ҡиблаларҙан иҫкән ел кеүек.
Һай! Һағынырһың әле, һарғыйырһың,
Һабағынан төшкән ел кеүек.


2 вар.

Арҡаларҙа ятып ҡар иремәй
Ерҙә ятып алтын серемәй.
Эскенәйем бошоп йөрөгәндә,
Бер йырламай күңелем иремәй.

Һауаларҙа уйнай, ай, ыласын ҡош,
Тояҡҡайҙары ҡыҙыл буяулы.
Үҙ илкәйҙәремдән, ай, һөрөлгәс,
Кем балаһы кемгә аяулы?

Ат ҡушаҡлап йөрөп бында килдем,
Ҡалдырҙым мин тыуған ерҙәрҙе,
Уғыры ла тип хурламағыҙ,
Ирәндеккә ҡасҡан ирҙәрҙе.

Ирәндеккәй тауҙа йөрөгәнемдә
Уң ҡанатҡайҙарым ат булды.
Ғәзиз генә башым әсир булғас,
Дуҫ-иштәрем минең ят булды.

Ямғыр яуған саҡта ҡырҡып алдым
Йәш сауҡаны — ҡыуыш ҡорорға.
Хаҡ тәғәлә беҙгә яҙған микән
Нәҫел-ырыуыбыҙ ҡорорға.

Ҡояш ҡына сыға, ай, әйләнеп,
Алһыу нурҙарына ла бәйләнеп,
Һау-сәләмәт булһам, бер ҡайтырмын,
Тыуған илкәйемә лә әйләнеп.


Баяс

Күгәреп тә ятҡан күк арҡаға
Ат юрттырып менһәң көс була.
Уңған ғүмерҙең юҡ билгеһе,
Таң ата ла көндәр кис була.

Килеп кенә етеп бәйләп ҡуйҙым,
Атҡынайым биле талғанға.
Ултыра ла торғас йырлап ебәрҙем,
Йәш йөрәгем янып барғанға.

Ат ҡушаҡлап йөрөп, бында килдем,
Ҡалдырҙым тип тыуған ерҙәрҙе.
Уғыры ла тип үк хурламағыҙ
Ирәндеккә ҡасҡан ирҙәрҙе.

QR код материала

Qr Code