Музыка

Сборник: Ғәбделвәхит

Габдельвахит (мужское имя). Зап. 1965г. Н.Д.Шункарова от Яхии Акмурзина, 1894 г.р., д.Бляутамак Медногорского р-на Оренбургской обл.  Песня о богатыре Габдельвахите, который один противостоял казахским набегам, земли которых располагались за Яик-рекой. В мелодии есть интонационная общность с башкирским напевом, записанным и обработанным композитором А.А.Алябьевым в 1833 году .          
см. Сб. Фольклористика в Советской Башкирии». Уфа, 1974, с. 202.


2 вариант

Название: Ғәбделвәхит көйө (Габдельвахит).
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. не указана. 
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 86.
Записано Имена и возраст инофрматоров и фольклористы не указаны. 


 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


Ғәбделвәхит
 
Әй, Яйыҡ ҡына һыуҙың аръяғында,
Илтәй – Бүртәй тигән ер ҡайҙа?
Әй, ҡаршы килгән яуға яңғыҙ сапҡан,
Ғәбделвәхит кеүек үк ир ҡайҙа?
 
Йүгереп кенә менеп, йүгереп төштөм
Ғәбделвәхит тигән дә үҙәккә.
Дошмандарҙың нахаҡ һүҙҙәренән
Тороп ҡалды нәфрәт йөрәктә.
 
Түңәрәккәй күлдең, ай, өйрәге
Йөҙөп кенә сумып уйнайҙыр.
Егет кенә булып йөрөгән саҡта,
Төрлө генә уйҙар уйлайҙыр.
 

Ғәбделвәхит көйө

Гәпделвәхит менгән һары туры ат
Маңлайында аның урайы.
Ғөпделвәхит тороп яуап бирә
Уң ҡулында аның ҡурайы.
Мител ауылдары бик ҙур ауыл
Урамдары аның тар ауыл
Ғәпделвәхит китеп төрмәләргә
Иркен ҡалды микән был ауыл?
Бейек кенә тауҙың аръяғында
Аҡъяуырын бөркөт сауыры.
Ғәпделвәхит ҡайтып килер ине
Биреп сығар аның юҡ малы.
Ғәпделвәхит үлеп кемдәр йыуар
Йәш-ямғырҙар яуып шул йыуар.
Йыназа ла уҡып кемдәр ҡуяр.
Яфраҡ та түгелеп шул күмәр.
(арх.БашГУ)
 

QR код материала

Qr Code