Музыка

Сборник: Бөҙрә тал

Запись на магнитофонную ленту в 1961 г. Н.Д. Шункарова от Якупова Шагиагзама, 1910 г.р., д. Максут Пугачевского района. В фольклорной экспедиции в Саратовскую область, организованной Башкирским институтом истории, языка и литературы. Нотация К.Ю. Рахимова. Песня о несчастной судьбе девушки, выданной замуж за нелюбимого человека. Песня широко бытует так же в Ток-Чуранском регионе Оренбургской области с другим поэтическим текстом.


Бөҙрә тал

Һылап-һыйпап үҫкән нәҙекәй буйым
Бәхетһеҙлек менән хур булды.
Бөҙрә тал, йәшлек ғүмерем бигерәк йәл.

Ҡыҙарып та бешкән ҡыҙыл алма,
Бер бәләкәй ҡортҡа ем булды. 
Бөҙрә тал, йәш ғүмерем бигерәк йәл.

Йән һөймәгән йәнһеҙ генә малай
Һырына бит минең ҡуйыныма. 
Бөҙрә тал, йәш ғүмерем бигерәк йәл.

Инәһенә иркәләнгән төҫлө,
Ҡулын һуҙа минең муйыныма. 
Бөҙрә тал, йәш ғүмерем бигерәк йәл.


2 вариант

Таң алдынан ҡунып һайрай микән
Талдан талға һары һандуғас?
Һандуғастар тауышы моңло икән,
Өҙөлөп-өҙөлөп һине һағынғас.
Ҡушымта:
Бөҙрә тал, сит илдәрҙә йөрөп
Ғибрәт ал,
Аҡ арғымаҡҡайым бесән, һай, ашамаҫ,
Эйәрләһәң, биле лә бушамаҫ.
Ҡай илдәргә барһаң да бер үк ҡояш,
Тыуған-үҫкән ергә лә оҡшамаҫ.
Ҡушымта:
Бөҙрә тал, сит илдәрҙә йөрөп
Ғибрәт ал,
Ағиҙелкәйҙәрҙе, һай, кискәндә,
Айыуҙар күрҙем арғы ла яҡтарҙа.
Тыуған илкәйемде һағынып йырлайым
Сит илдәрҙә йөрөгөн саҡтарҙа.
Ҡушымта:
Бөҙрә тал, сит илдәрҙә йөрөп
Ғибрәт ал.

QR код материала

Qr Code