Бүгәс маршы
Бүгәс (йыр)
Оло ғына, һай, юлдан ғәскәр килә,
Арғымаҡтарын да уйнатып.
Оло ғына, һай, юлдан Бүгәс килә,
Дошман ғәскәрҙәрен шул ҡыйратып.
Оло ғына, һай, ғәскәр юлдан уҙа,
Һауаларға оса шул туҙаны.
Бүгәс батша, һай, яуыз түрәләрҙе,
Ҡуй-һарыҡтай итеп тә тураны.
Оло ғына, һай, юлдан ғәскәр килә,
Бүгәс батша икән шул хужаһы.
Яуыз түрәләрҙе ҡырып бөткәс,
Бөтмәҫ микән илдең нужаһы.
Оло ғына, һай, юлдан Бүгәс килә,
Ебәк билбауын быуып биленә.
Баяр, түрәләрҙән тартып алып,
Ер-һыу бирә икән иленә.
Икенсе вариант
Оло ғына юлдан Бүгәс килә,
Ебәк билбау быуып биленә.
Баяр, түрәләрҙән тартып алып,
Ер-һыу бирә, тиҙәр, иленә.
Оло ғына юлдан ғәскәр уҙа,
Һауаларға оса шул туҙаны.
Бүгәс батша яуыз түрәләрҙе,
Ҡуй-һарыҡтай тураны.
Оло ғына юлдан ғәскәр килә,
Бүгәс батша икән шул хужаһы.
Яуыз түрәләрҙе ҡырып бөткәс,
Бөтмәҫ микән илдең нужаһы?
[1].
Примечание
↑ 1,0 1,1 1,2 Риф Сулейманов. Жемчужины народного творчества Урала.Уфа,» Книга", 1995.
↑ Песня. Книжное издательство Башкортостана: вчера, 1968, Уфимский. Ведь 700.
Литературные приемы
Башкирское народное творчество. Песня. 1-я книга. Уфа, 1974;
Башкирское народное творчество. Песни и мелодии. Уфа, 1983, Москва.
Ссылки
С. Кобагошов М.: Бетон / / / Военная энциклопедия: [в 18 т.] / / педагогика. — 2015-2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Риф Сулейманов. Жемчужины народного творчества Урала.Уфа,» Книга", 1995.