Ҡара ат
Ҡара ат (Вороной конь). Записана в 1980г. Ю.И.Гайнетдиновым от Гамбары Дусалиной (1932 г.р.) и Шамсикамар Галимовой (1920 г.р.) в д.Кинзябулат Ишимбаевского р-на. Песня относится к башкирскому восстанию 1740-1745гг. под предводительством Карасакала. См. эпос «ҡара ат тарихы» (История вороного коня) МөхәмәтшаБуранғолов, «Сәсәнаманаты» (Завещание сэсэна),Уфа, «Китап»,1995,с.205).
Алға ғына ынтыл, ай, ҡаратым,
Елберҙәтеп ҡырас ял өсөн.
Аяма ла йәнең, һай, ҡаратым,
Йөҙ егерме батыр ҡаны өсөн.
Алдан ғына саба, алын бирмәй,
Янарал да, майор аттары.
Күҙҙәрен дә текәп, текәп ҡарап атҡа,
Әжәл көтә башҡорт ҡарттары.
Аяғыңды ҡарат ер тотамы,
Әйҙә ынтыл, бирмә алдарҙы.
Йөҙ егерме башҡорт ҡан-йәш түгә,
Ағыҙма тип, беҙҙең йәштәрҙе.