Байыҡ (Баик)
Нотация Х.Ф. Ахметова, в собственном исполнении песни, усвоенной в детстве. Песня о подвигах воинов Отечественной войны 1812-1814 гг. В фольклорных источниках, записанный Мухаметшой Бурангуловым, 102-х летний Баик-сэсэн встречает этой песней возвращающихся с победой воинов
Француз, француз килә, ти,
Наполеоны түрә, ти.
Яуы еткән Мәскәүгә лә –
Буҫағала тора, ти.
Һай, һай, һай, һай!
Ғәййәрләнмәк була, ти.
Һай, һай, һай, һай!
Батшабыҙҙан көлә, ти.
Юҡ итәм, тип илеңде лә,
Буҫағанан керә, ти.
Һай, азамат арыҫлан да,
Яуҙа дошман айҡаған.
Йөҙҙәрендә даны балҡый,
Ғәййәр булһын артабан.
Һай, һай, һай, һай!
Арҡаһынан ҡағығыҙ,
Һай, һай, һай, һай!
Һары балды һалығыҙ,
Ҡыҙа бирһен ҡаныбыҙ ҙа
Тынысланыр йәнебеҙ.