Албан менән башҡорт араһында ниндәй айырма бар?

Һәм дә тағы бер мәҡәлә. Быныһы "Башҡортостан" гәзитендә баҫылды. 

Уҡығандан һуң фекерҙәрегеҙ менән бүлешергә онотмағыҙ. Кемегеҙҙә һорау/яуап тыуа - диуарым асыҡ.

 

Сәфәр тибеҙ... Сәйәхәттәр... Мажаралар, ҡыҙыҡ тормош, тәьҫораттар. Ситтән ҡараһаң, матур һәм аңлайышлы кеүек. Уңайлы мөхитте ҡалдырып, юлға сыҡҡан мосафирҙарҙың йыраҡта нимә эҙләп йөрөүен ҡайһы бер кеше төшөнөп тә етмәйҙер. Ә яуабы ябай: үҙе килгән яңы урынды ситтән күҙәтеү. Сәфәр ҡылған кешенең тормошҡа ҡарашы үҙгәрештәр кисерә. Һәм гелән яҡшы яҡҡа тип әйтһәм, яңылышмаҫмын. Хатта ғалимдар ҙа был хаҡта ғилми тикшеренеүҙәр үткәреп, дәлилдәре менән күптән бүлешкән. Ысынында, сит-ят ер танығанда күп серҙәр асыла һәм, тәжрибә аша аң даирәһен киңәйтеп, зиһендәрен арттырып ҡайта үҙ йортона һәр сәйәхәтсе. Алты һанына ике яҡтан ҡараған кешеләрҙең икенсеһе туғыҙ һанын күрә һәм был осраҡта уларҙың икеһе лә хаҡлы. Тормошта ла шул уҡ хәл – һәр күренеште бер нисә яҡтан баһаларға була...

Һуңғы сәфәремдә мин Балҡан ярым­утрауындағы биш илдең юлдарынан үттем. Һәр береһе хәтеремдә онотолмаҫ­лыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы, үҙенең бай тарихы һәм мәҙәниәте менән хайран итте, тик береһе күңелемә айырыуса хуш килде. Ул ил – Албания, йәки, албандар үҙҙәре әйтмешләй, Республика Шкиприя. Әгәр мин күргән Босния һәм Герцеговина, Сербия, Черногория, Македония, Югославия составындағы республикалар булараҡ, уртаҡ һыҙаттары менән бер-береһенә яҡын булһа, Албания теле, тарихы, халҡы, тәбиғәте һәм башҡа күренештәре менән ныҡ айырылып тора. Ике диңгеҙ яры буйында ятҡан ерҙәрендә борондан йәшәп, үҙҙәренә генә хас телдә һөйләшә бындағы халыҡ. Уларҙың теле боронғо иллирия теленең вариҫы, һәм бөгөн уға яҡын туғандаш тел юҡ. Тарих юлы ла бик бай: Боронғо грек донъяһы, унан һуң Рим империяһы, Осман дәүләте был ерҙәргә хужа була; ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Италия һәм нацист Германияһы йоғонтоһо аҫ­тында ҡала, һуңынан коммунизм дикта­тураһын, үткән быуаттың ҡатмарлы туҡһанынсыларын кисерә.
Бөгөн иһә ул – бар донъяға ишектәрен асҡан үҙаллы, бойондороҡһоҙ, амбициялы ил. Европала Албанияның яманаты сыҡҡан, унда сәфәр ҡылыу ғүмергә хәүеф-хәтәр янауы менән бар донъяны ҡурҡыуға һалғайны. Эшһеҙлек, енәйәтселек һәм яҡты киләсәккә өмөттәр тойолмауы Албания халҡының күпләп илдән китеүенә килтергән. Әммә бөлгөнлөккә ҡалған милләт, ниндәйҙер рухи көс табып, күтә­релә башлаған. Быға, бәлки, ситтән килгән аҡса ла булышлыҡ иткәндер, сөнки мил­лионға яҡын кеше башҡа илдәрҙә эшләй.

Бер нисә йыл элек Албанияла туризм үҫешә башлай һәм, урындағы халыҡ үҙ ере­нә үҙе хужа була белеп, килгән ҡунаҡ­тарға хеҙмәт күрһәтә. Күптәр һәм бигерәк тә йәштәр үҙ дәүләттәренә кире ҡайта, ә ошо илдә йәшәгәндәр миграция тураһында һирәгерәк уйлай башлай. Һәр албан кешеһенең аңында – дәүләтте үҫтереү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләү, халыҡ өсөн файҙалы ул йә ҡыҙ булып илде күтәреү, сит ерҙәрҙә таралған кире мө­нәсәбәткә ҡаршы көрәшеү. Был кеше­ләр­гә ҡарашта ла күренә. Мин йышыраҡ автостоп ысулы менән йөрөнөм, бындай шарттарҙа күп кеше менән аралашырға тура килә. Әйтергә кәрәк, халыҡты таныу өсөн бик уңайлы ысул. Водителдәрҙең күбеһе ҙур ҡыуаныс менән ил ҡунағын кәрәкле урынға илтеп ҡуя, хатта үҙенә ар­тығыраҡ юл үтергә тура килһә лә. Ә ҡайһы берҙәре, иғтибар билдәһе булараҡ, ҡәһүә йә бәлеш менән һыйлап та ебәрә. Барыһын да ике һорау борсой. Беренсеһе — “Албания һеҙгә оҡшаймы?”, икенсеһе — “Албан халҡы нисек?” Ихласлығы менән дә улар ныҡ танылды, бер нисә йортта ҡунаҡ булдым, аш-һыу өлөшөн бүлеп, хатта ҡуныр урын да тәҡдим итеп ҡаршы алғандары бар.

Илдәренә, тәбиғәткә ҡарата һөйөү ҙә һиҙелә, йырҙарын тыңлағанда, таныш ер-һыу атамаларын йыш ишетәм. Көн һайын үҙемә ниндәйҙер асыш яһап, рәхәтләнеп ил гиҙеп йөрөнөм. Майҙаны Башҡортостандан биш тапҡырға бәләкәй булған дәүләтте арҡырыға-буйға атлап үттем тиерлек. Алдан уйлағанымса, дүрт-биш көндә өлгөрмәнем, бер аҙна буйына Албания менән таныштым. 

Шуныһы ғәжәп, икенсе дәүләткә килеп еткәс тә Албанияны һағына башланым. Шунан, башҡа Балҡан илдәрен әйләнеп сыҡҡас, күңелемә яҡын матур илгә кире әйләнеп ҡайтырға ниәтләнем. Шулай итеп, Македония, Сербия, Босния һәм Герцеговина менән яҡынданыраҡ танышып, уларҙың да бөгөнгөһөнә сумып, үҙемә етерлек мәғлүмәт тупланым.

Мәҡәләне тулыһынса уҡырға

Источник


QR код материала

Qr Code