Һуңғы туҡталыш Александровский районының Ҡотос ауылында булғайны. Бында колхоз рәйесе булып Миңнулла Ырыҫмөхәмәт улы Ғәбитов эшләй ине. Талантлы ойоштороусы, әҙәбиәткә, сәнғәткә мөкиббән (һоҡланғыс баҫалҡы кеше, яңыраҡ осраҡлы ғына белдем: бала сағынан шиғырҙар яҙа икән, “Тыуған ер хаҡында” тигән шиғырҙар йыйынтығы сығарған. – Ю.Ғ.), халыҡтың да рухи ихтыяжын ҡайғырта, һөҙөмтәлә – эш тә бара, һәм колхоз хәллеләрҙән һанала. Миңнулла ағай осрашыуҙан һуң үҙебеҙҙе ҡунаҡ итеү менән генә сикләнмәне, колхоз заправкаһында машинабыҙҙың багын тултырғансы бушлай бензин ҡойҙороп оҙатып ҡалды.
Телевидениела эшләй башлағас, күрше өлкәләрҙә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ ҡатнашыуында ла “Хазина” тапшырыуҙары әҙерләүҙе планлаштырҙыҡ һәм, ниһайәт, Туҡ Соран буйҙарына барыу яйы сыҡты, мөҙҙәте еткәндер. Әлбиттә, был сәфәр тураһында Миңнулла ағайға алданыраҡ хәбәр иттем. Ул халыҡты яҡшы белә, беҙҙең килеребеҙҙе, ниндәй маҡсат менән йөрөүебеҙҙе ауылдарға хәбәр иткән, тапшырыуға яҙыла торған кешеләргә әйтелгән, йоҡлау урыны, туҡланыу кеүек мәшәҡәттәрҙе лә хәл итеп ҡуйған. Әле ул тормош юлдашы Нәсимә еңгәй менән үҙенең тыуған ауылы Кәнсерҙә йәшәй, Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡара ине. Миңнулла ағай, ул саҡта Абдулла элеваторы директоры, әмәлен табып, сәфәребеҙҙең башынан аҙағынаса беҙҙең менән булды.
Ҡыш көнө ҡыҫҡа. Далала һауа торошо үҙгәреп китергә әҙер генә тора. Саҡ ҡына ел сыҡһа, һепертмә буранға әйләнерен көт тә тор. Юлдарға килгәндә, бер районға ҡараған ауылдар араһында юлдар сағыштырмаса һәйбәт ул. Ә инде аралары, әйтәйек, 30 – 40 саҡрым самаһы булған ике башҡорт ауылы ике районға ҡарай икән, береһенән икенсеһенә барыу өсөн өс-дүрт тапҡыр оҙонораҡ юл үтергә тура килеүе ихтимал. Ҡыҫҡаһы, Миңнулла ағайҙың ихлас ярҙамынан тыш ҡышҡы сәфәребеҙҙә өс көн эсендә һигеҙ ауылда егерме ете халыҡ сәнғәте маһиры менән осраша алмаҫ инек. Яҙғы сәфәребеҙҙә ун өс халыҡ сәнғәте маһирын яҙып алдыҡ...
Тулы материал: https://drive.google.com/file/d/11oFl-SldKWDK6vQspPO_W6BxdNx8Yl8b/preview