Йыраусы – юғары дәрәжә

Халҡыбыҙҙың музыкаль-поэтик классикаһы һаналған оҙон көйҙәребеҙҙе оҫта башҡарған, уларҙың тарихын белгән шәхестәрҙе йыраусы тигәндәр, йыраусы исеме юғары дәрәжә һаналған. Хәҙер иҫкә төшөрһәм, көлкө килә, элегерәк ҡайһы берҙә гәзит-журналдарҙа боронғо йырҙар, уларҙы башҡарыусылар тураһында мәҡәлә яҙып тапшырғанымда, “йыраусы” тигән һүҙҙең мәғәнәһен аңламай, йырсы тип, йәки йырлаусы тип, мөхәррирләп баҫтырғандары булды.

Мөхәррирләү тигәс, гәзит-журналдарҙа, радио-телевидениела, хатта академик баҫмаларҙа кемдеңдер иғтибарһыҙлығы арҡаһында йырҙың һүҙҙәре, һөҙөмтәлә мәғәнәһе һәм хатта исеме үҙгәргән осраҡтар юҡ түгел шул. Учалы районының Ялсығол ауылынан йыраусы, хәҙер мәрхүм инде, Ишкенә Батыршиндың атаһы Фәтҡулла Насир улы данлыҡлы Ғайса ахун менән аралашыу ғына түгел, күпкә йәшерәк булыуына ҡарамаҫтан, уның яҡын дуҫы булған. Ғайса Рәсүлев 1905 йылғы рус-япон һуғышында полк муллаһы булып ҡатнаша, ҡайтҡас, Әүеш ауылында йәшәй. Сығышы – күрше Шәрип ауылынан, 1921 йылда тиф ауырыуынан вафат булып ҡала. Ҡәбере Әүештә. “50-се йылдарҙа атайым радионан ишетеп, китаптан уҡып, аптырап, йәне көйөп тә китә торғайны. “Ҡайҙан килтереп ҡыҫтырҙылар ул “Илсе Ғайса” тигән исемде? Илсе булманы ул, илдәр гиҙеп тә йөрөмәне, полковой мулла, ахун булды. “Илсе Ғайса” түгел, “Ғайса ахун” йәки “Ғайса” тип йырланырға тейеш”, - ти ине атайым, тип һөйләгәйне “Хазина” тапшырыуында Ишкенә ағай.

Барын-табын ырыуында сыҡҡан “Йәмәлекәй тауы” йырын йыш ҡына “Ямантау” тип иғлан итәләр. Был хата йыйынтыҡтарға ла инде, компакт-диск, кассеталарҙа “Ямантау” тип атап, барын-табындарҙың “Йәмәлекәй тау”ын яҙҙыралар. Асыҡлап үтәбеҙ: барын-табындарҙың Йәмәле тауы хәҙерге Силәбе өлкәһе Миәс ҡалаһы эргәһендә. Ямантау – Белорет районында, был инде - ҡатай ырыуы биләмәләре. Уның да икенсе исеме - Йәмәле, йәғни ике тау Йәмәле исемле. Ямантау (Йәмәле) тауын да тартып алғандар һәм был турала ла йыр бар.  Барын-табындарҙың “Йәмәлекәй тауы” һәм ҡатайҙарҙың “Йәмәлекәй тауы” - икеһе лә башҡорт ерен талауға, колониаль сәйәсәткә ҡаршы йөкмәткеле йырҙар, әммә бер йырҙың ике варианты түгел, айырым ике оҙон көй. Әйткәндәй, беҙ “Йәмәлекәй тауы”н һәм “Ямантау”ҙы ҡурайсылар бәйгеһенең мотлаҡ программаһына индерҙек, әйтеп үтелгән хата киләсәктә ҡабатланмаһын өсөн.

“Башҡорт халыҡ ижады”ның йырҙар томында “Өйҙөрәк буйы” тигән йырҙа “Өйҙөрәккәй буйы ҡылған ялан, елләп-елләп бейә бәйләргә” тигән юлдар бар. Дөрөҫө - “еҙеләп-еҙеләп” (Силәбе, Ҡурған башҡорттарында “елеләп-елеләп”). Яланда ергә ағас ҡаҙыҡтар ҡағалар ҙа, остарына ҡыл арҡан нығытып һуҙалар һәм кәрәк саҡта шунда йылҡы малын бәйләйҙәр. Шул еҙеләп бәйләү була инде. Күрәһең, йырҙың һүҙҙәрен йырлаған саҡта (оло кешеләр йыш ҡына көйөн ҡушып йырламайынса, һүҙен иҫкә төшөрә алмай – Ю.Ғ.) яҙып алғандар. Ә инде һуҙып йырлағанда “еҙеләп” (айырыуса “елеләп”) һүҙе “елләп”кә яҡыная. Был йыраусының дикцияһына ла бәйле булыуы ихтимал. Ошо уҡ рәүешле был томда Ҡурған башҡорттарының “Елгилде” йыры “Юлгилде”гә әйләнгән. Йырҙа күл буйы тип йырлана, ул яҡта Елгилде тигән күл дә бар, ә Юлгилде – кеше исеме. Учалы районының Ҡужай ауылы йыраусыһы Хөсәйен Абдуллин “Хазина” тапшырыуында, “Көйөлдө” тип йырланып йөрөгән йырҙың дөрөҫ исеме – “Көйөлдөр”. Көйөлдөр һаҙҙа йәшәй, осҡанда һыҙғырып о а”. – тип әйткәйне. 

Үткән быуаттың 20 - 30-сы йылдарында Ирәндек-Һаҡмар зонаһында ҙур-ҙур йыйындарҙа Әбүбәкер хәҙрәт Хөсәйенов халыҡ сәнғәте бәйгеләрендә баһалаусылар комиссияһының алыштырғыһыҙ рәисе була. Әйтәйек, берәйһе майҙанға сығып, “Аҡһаҡ ҡола”ны йырланы, ти. Башҡарыуҙың яңылышыраҡ урыны булһа, хәҙрәт, бәйгесене кәмһетмәй генә, уртаға был йырҙың танылған башҡарыусыһы Ғатаулла Бикбирҙинде саҡыра. Йырлата, тарихын һөйләйҙәр һәм халыҡтың хәтеренә йыр, уның тарихы дөрөҫ рәүештә һеңеп ҡала. Йәштәр өсөн ниндәй халыҡ сәнғәте мәктәбе!

Баймаҡ районы Татлыбай ауылынан ҡурайсы, хәҙер инде мәрхүм Салауат Хәйбуллин ағай үҙе шаһиты булған бер ваҡиға тураһында һөйләгәйне: “1935 йылда, йәй, беҙҙең ауыл янында йыйын булды, ян-яҡтан ҡурайсылар, йыраусылар килде. Ул саҡта Баймаҡ колхоз-совхоз театрында эшләп йөрөгән Ғата Сөләймәновты ла саҡырғандар. Бәйгенең баһалаусылары, ҡарттар: “Йә, Ғатаулла, “Һыр”ҙы уйна әле”, - тине. Уйнаны. Шунан ҡарттар Дәүләтшиндең ошо уҡ көйҙө уйнауын һораны. Күрше Байыш ауылынан велосипедҡа атланып килгән Мостафа Дәүләтшин Ғата Сөләймәновтан ҡурай һорап алды ла “Һыр” ҙы уйнағайны, ҡарттар ҡул сапты һәм: “Бына был, исмаһам, “Һыр” булды”, - тине. Беренсе урынды - Мостафа Дәүләтшингә, икенсене Ғата Сөләймәновҡа бирҙеләр. Ғата ағай бүләген рәхмәт әйтеп, ололап, баһалаусыларҙың рәисенә бирҙе...” 

Ғата Сөләймәновтың киләсәктә мәшһүр ҡурайсы, йыраусы булып китеүенә, шөһрәтле исемдәр ҡаҙаныуына 23 йәшендә Татлыбайҙағы йыйында алған һабаҡ ниндәйҙер дәрәжәлә этәргес булғаны шикһеҙ. Һәр хәлдә ул, радиола, телевидениела, сәхнәлә йырҙар, көйҙәр дөрөҫ башҡарылһын өсөн үҙ һүҙен әйтер ине. 

Тәбиғәт һәр кешегә бер төрлө музыкаль һәләт, хәтер, ахыр сиктә, яуаплылыҡ тойғоһо бирмәй. Йырҙы яңылыш башҡарыу ҙа, яңылышты төҙәтеү зарурлығы ла һәр саҡ буласаҡ. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында башҡорт музыкаль фольклорын өйрәнеүсе Лев Лебединский дуҫы, йыраусы, ҡурайсы, скрипкасы, сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районы Үрге Ильяс ауылынан Мәжит Буранғолов тураһында: “Мәжит башҡорт халыҡ йырҙарын, көйҙәрен башҡарыуға иң юғары талап ҡуя ине. Башҡорт халыҡ йырҙары яңылыш башҡарылған осраҡта, мәҫәлән, ул профессиональ йырсыларҙың күбеһен аяуһыҙ тәнҡитләй торғайны. Шул уҡ ваҡытта һәр ваҡыт мәшһүр башҡарыусыларҙы обьектив баһалай белде… Мин Мәжиткә Мөхтәр Байымов (1905 - 1937, шағир, тәржемәсе, сәйәси золом ҡорбаны. – Ю.Ғ.) башҡарыуында “Буранбай” йырының яҙмаһын тыңлаттым һәм уны башҡарыуын үтендем. Ул былай тип яуап бирҙе: “Эйе, мин был йырҙы йырлай торғайным, әммә башҡаса йырламаясаҡмын, сөнки һин миңә Мөхтәр Байымовтың яҙмаһын тыңлаттың. Был йырҙа Мөхтәр үтеп ингән драматизм тәрәнлегенә мин бер ваҡытта ла үтеп инә алмаясаҡмын. Бының өсөн минең тауышым да, башҡарыу оҫталығым да, тыным да, тойғом да етмәйәсәк. Ә был йырҙа ниндәй рухи юғарылыҡҡа күтәрелергә мөмкин икәнен белә тороп, һаҙлыҡ түмгәгендә ултырып йырлағы килмәй…”

Хәтерләйем, үткән быуаттың 70 - 80-се йылдарында  Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсыларҙың республика конкурсында, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙарҙан унлағаны “Киленсәк”те, йәиһә, биш-алты кеше “Элмәлек”те, ир-егеттәрҙең күбеһе “Азамат”, “Һандуғас”, “Ялсығол”до башҡара торғайны. “Сибай”ҙы йырлаһалар, ҙур бер ҡаҙаныш һымаҡ ҡабул ителер ине. Хәҙерге конкурсанттарҙың репертуары сағыштырғыһыҙ киңерәк. Әммә ижад мөмкинлеге ҙур булғанда, талап та тейешле юғарылыҡта булырға тейештер.

Миңә, мәҫәлән, бөгөнгө йәштәрҙең ҡыйыулығы, әүҙемлеге оҡшай. Әммә, минеңсә, үҙеңә ҡарата Мәжит Буранғоловса талапсанлыҡ етмәй. Һуңғы йылдарҙа сәхнәгә сыҡҡан йәштәрҙең кемеһенең аудиоальбомы, компакт-дискыһы юҡ икән? Хатта диск сығарыу буйынса күҙгә күренмәгән ярыш барамы ни – шундай уй ҙа килеп ҡуя башҡа. Программаға, әлбиттә, халыҡ йырын да алалар. Әммә ул әҙерме, моңо урын-еренә ултырғанмы - шуныһы ла бар бит әле. Йәш йырсылар миңә , билдәһеҙ йырың юҡмы, өйрәт, тип мөрәжәғәт иткәне бар. Тыуған төбәгендә сыҡҡан классик йырҙарҙан, мәҫәлән, фәлән йырҙы беләһеңме, тип һораһаң, әй, уны кеше белә бит, тип кенә ҡуялар. Һәр оҙон көй – хазина, уны ҡабатланмаҫлыҡ итеп, үҙ моңоң менән башҡарырға мөмкин икәнен аңлаһындар ине… Эйе, бәлки, кеше белгән йырҙы тейешле кимәлдә башҡарыу ҡатмарлыраҡтыр. Һирәк  ишетелгән йырҙы иһә, шулай башҡарылырға тейештер, тип ҡабул итеүҙәре мөмкин. Һирәк йыр табып халыҡҡа сығара, тигән дан да, бәлки, ҡыҙыҡтыралыр…

Заманыбыҙҙың бөйөк йыраусыһы Сөләймән Абдуллин, мәҫәлән, билдәле йырмы, һирәк ишетеләме, айырып торманы, берҙәй юғары кимәлдә башҡарҙы. Башҡорттоң  мәшһүр йырсыһы Мәғәфүр Хисмәтуллин ағай “Хазина” тапшырыуына биргән интервьюһында былай тигәйне: “Ҡайһы бер йырсылар матурыраҡ йырлайым тип тырыша, үҙҙәренсә йырға нимәлер өҫтәй, “майға май яға”. Ә бына Сөләймән тырышмай. Уның йырлауына ыҡсымлыҡ хас. Унда - тәбиғи моң, ниндәйҙер тота алмаҫлыҡ ноталар. Бындай йырсылар йөҙ йылға бер тыуа…”

Махсус уҡыу йорттарын тамамлаған бәғзе йәш йырсыны тыңлайһың: тауыш та, башҡарыу техникаһы ла бар, әммә оҙон көй юҡ. Һәр оҙон көйҙөң музыкаль коды – тик үҙенә генә хас тойғо-хис йөкмәткеһе бар. Оҙон көйҙө моң биҙәктәре менән генә биреп булмай шул, уның кодына инерлек тойғо байлығы кәрәк. Ә быға уҡып ҡына өйрәнеп булмай, ул тәбиғәттән, ҡан менән бирелә.

Йырҙың мәғәнәһен боҙоуға килгәндә, бер ҡытай мәҡәле иҫкә төшә: бер ахмаҡ ҡылғанды утыҙ аҡыл эйәһе илле йыл буйы төҙәтә алмауы мөмкин. Оҙон көйҙөң мәғәнәһен боҙоуҙың классик үрнәге бар  – “Элмәлек”. Үҙәктәргә үтерҙәй һағышлы был йырға үткән быуаттың 50-се йылдарында кемдер ҡапма-ҡаршы мәғәнәле таҡмаҡ таҡҡан. Кәрим Дияров ағай, бер ваҡытта ла был йырҙың таҡмағы булманы, тип һөйләй торғайны. “Башҡорт халыҡ ижады”ның (төҙөүсеһе – С.Галин, 180-се бит) йырҙар китабында ла йыр таҡмаҡһыҙ, ул “социаль тигеҙһеҙлек, донъя нужаһы” бүлегенә ингән. Йырсы “Аҡ сабата аҡ ойоҡ, сабата башы ҡыйыҡ”, - тип таҡмаҡлай башлаһа, залдағы ҡайһы берәүҙәр йәнләнеп китә, ҡул саба башлай. Был таҡмаҡ асылда тәрән һағышлы оҙон көйҙөң мәғәнәһен юҡҡа сығарып, арзан шоуға әйләндерә.

1931 йылда Ырымбур ҡалаһында яҙып алынған (Өфө дәүләт сәнғәт институтының архивында һаҡлана – Ю.Ғ.) бер таҡмаҡтың һүҙҙәрен нисек яҙылған – шул көйөнсә килтерәбеҙ: “Ак чабата ак ойык, чабата башы кыйык, муллаларның күзләренә кургаш эретеп койыйк”. “Элмәлек” йырына яһалма тағылған таҡмаҡтың ҡайҙан хасил булғаны күренәлер.

Уҡыусылары менән урамдан үтеп барған Сократҡа бер йәш, күҙҙәре уйнап торған сибәр ҡатын: “Бына һин уларға нимәлер һөйләп, ниҙер аңлатҡан булаһың, ә мин бармағым менән бер ымлаһам, улар яныма йүгереп киләсәк”, - тигән. Сократ: “Дөрөҫ әйтәһең, мин бит уларҙы күтәрәм, ә һин аҫҡа төшөрәһең. Аҫҡа төшөрөү еңелерәк”, - тип яуаплаған. Был лаҡапты йырға күсергәндә, йыраусы кимәленә күтәрелеүгә ҡарағанда, арзан таҡмаҡ юлын һайлау еңелерәк, тип әйтергә мөмкиндер. Шуныһы ла бар бит әле: таҡмаҡлыҡ ҡына тойғо менән оҙон көй башҡарып булмай.

Мәғлүм булыуынса,   2001 йылдан башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Оҙон көй” бәйгеһе төбәк-ара кимәлдә үткәрелеп килә. Беренсе конкурстың гран-приһын жюри рәисе, легендар йырсы Фәриҙә Ҡудашева Күмертау ҡалаһынан табип Ришат Вахитовҡа тапшырҙы. Артабанғы бәйгеләрҙә Бөрйәндән Дәүләтбай Рәхмәтуллин, Баймаҡ районынан Рауил Харрасов, Рәмил Ҡотдосовтар ҙа, бәхәсһеҙ, иң юғары баһаға лайыҡ йырланы. Шул уҡ ваҡытта үткән йылдарҙа бәйгегә бәйле ҡайһы бер һорауҙар бар икәне лә беленде. Был “Ирәндек моңдары”на ла ҡағыла. Мәҫәлән, мәғлүм булыуынса, халыҡ вокалы, йәғни, халыҡсан йырлау бар һәм академик вокал бар. Академик вокал операларҙа, академик хорҙарҙа, капеллаларҙа яңғырай. Рәсәйҙә йырсылар әҙерләгән махсус уҡыу йорттарында башлыса академик вокалға уҡыталар. Хор-дирижер һөнәренә уҡыусыларға ла академик вокал дәрестәре бирелә. Һәм, хор-дирижерлыҡ буйынса махсус урта уҡыу йортонда уҡып сығып, юғары уҡыу йортон йырсы һөнәре буйынса тамамлағандар ҙа бар. Академик вокал буйынса Рәсәйҙә, башҡа илдәрҙә, айырыуса, әлбиттә, академик вокалдың бишеге Италияла, абруйлы бәйгеләр бар. Мәшһүр остаз Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаның уҡыусылары ошо конкурстарҙа еңеп, бөтә донъяға танылды. Ә, ғөмүмән, күңелең тартылһа, операла ла йырларға, халыҡ йырынан да айырылмаҫҡа мөмкин. Мәғәфүр Хисмәтуллин, Зәки Мәхмүтов, Нажиә Аллаярова, йәш быуындан Диләрә Иҙрисова,  Иҙел Аралбаев кеүек, мәҫәлән.

Ни өсөн “Оҙон көй” бәйгеһе тураһында һүҙ барғанда академик вокалды иҫкә алдыҡ әле? Был бәйгелә ҡатнашыусылар башҡорт халыҡ йырын традицион рәүештә, йәки, Туҡай әйтмешләй, ысын башҡорт рухы вә башҡорт моңо менән йырларға тейеш түгелме һуң? Бына ошо урында, жюри ағзалары, айырыуса рәисе кем, тигән һорау килеп баҫа алға. Әйтәйек, 2007 йылда “Оҙон көй”ҙә жюри рәисе Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина сығыштарҙы баһалағанда оҙон көйҙө традицион рәүештә, халыҡсан башҡарыуҙы алға ҡуйҙы, төп бүләкте Рауил Харрасовҡа тапшырҙы. Йырҙың тарихын йөрәге аша үткәреп, тәрән тойоп, дөрөҫ итеп башҡара, тине.        Академик сәнғәт маһиры халыҡ вокалын да тәрән аңлау ғына түгел, оҙон көй мөхитендә үҫкән шәкерттәрен уҡытҡанда махсус оҙон көй методикаһы ҡулланғаны ла мәғлүм. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы, опера йырсыларының Халыҡ-ара бәйгеләре лауреаты Диләрә Иҙрисова (мәшһүр йыраусы Нажиә Аллаярованың ейәнсәре –Ю.Ғ.) үҙенең бер интервьюһында: “Институтта уҡығанда дөрөҫ тон таба алмаһам, Миләүшә Ғәли ҡыҙы һәр ваҡыт дәресте оҙон көйҙән башлай торғайны. Оҙон көй йырлап алам – һәм тауыш ҡатмарлы арияларға көйләнә”, - тип әйткәйне.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Оҙон көй”ҙә, айырыуса “Ирәндек моңдары”нда, жюриҙың халыҡсан йырлауҙы икенсе планға ҡуйыуы осраҡтары булманы түгел, булды. Ҡайһы берҙә жюриҙағы йыр уҡытыусыһы үҙенең йәки коллегаһының уҡыусыһын (бәйгенең Положениеһына ярашлы, йыр буйынса уҡыған студенттар ҙа бәйгелә ҡатнаша ала, ә уҡытыусы уҡыусыһын, тәбиғи, үҙ балаһы һымаҡ  күрә) һәүәҫкәр халыҡ йырсыларынан алғараҡ сығарырға тырыша. Уҡыусының сағыштырмаса яңыраҡ ҡына халыҡ йырҙарын өйрәнә башлауы мөмкин, әммә ҡайһы берҙә иң юғары баһа ала. Халыҡта бындай күренеш тураһында, кешенең аты уҙғансы, үҙеңдең тайың уҙһын, тигән һүҙ бар. “Тай”ҙарҙың ҡатнашыуы күберәк осраҡта, йомшаҡ әйткәндә, бәйгенең бәҫен күтәрмәй. Йор һүҙле сибайҙар был турала, төп бүләкте был юлы ла “итальяндарға” бирҙеләр, ти. 

Ғөмүмән, конкурстарҙа башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың сығышын халыҡта танылған, ҡатнашыусыларға бер ниндәй ҙә мөнәсәбәте булмаған йыраусылар баһаларға тейеш, әлбиттә. Был ҡурайсылар бәйгеләренә лә ҡағыла. 

Тағы шуныһы, халыҡ йырсылары конкурстарына, иң беренсе, шөһрәт артынан килгән йәш кешеләр ҙә юҡ түгел. Улар шөһрәт өсөн теләһә ҡайһы йыр бәйгеһендә ҡатнашырға әҙер: эстрада йыры булһынмы, икенсе халыҡтыҡымы, оҙон көймө – барыһына ла өлгөрә. Утыҙ йылдан ашыу тығыҙ аралашҡан дуҫым, мәшһүр оҙон көй маһиры Абдулла Солтановтан исмаһам бер тапҡыр ҙа таҡмаҡ, ғөмүмән, еңел-елпе йыр ишеткәнем булманы, ә бит бының сере ябай: ул үҙендәге оҙон көй тәмен боҙмай. Йыраусы Ишкенә ағай Батыршин “Хазина” тапшырыуында: “Мин бер ваҡытта ла тоҡор йыр йырламаным”, - тине. “Бәйге еңеүсеһе” коллекцияһын байытыу маҡсаты менән килгән ҡатнашыусы ғәҙәттә һәр йырҙы бер үк тойғо, бер үк биҙәктәр менән башҡара, оҙон көйҙө бик ҡупшы итеп йырлауы ла ихтимал, әммә оҙон көй юҡ. Сәбәбе - һәр оҙон көйҙөң тәғәйен үҙ моң коды, йәғни, үҙенә генә хас илаһи моң йөкмәткеһе бар, хикмәт бына шул моңдо тоя һәм бирә алыуҙа. Конкурста шөһрәт өсөн ҡатнашыусының жюри ағзалары араһындағы таныштарына өмөтләнеүе лә ихтимал. Осраҡлы рәүештә төп бүләкте алған хәлдә лә ул бер ҡасан да халыҡ йырсыһы дәрәжәһенә (был дәрәжәне жюри түгел, халыҡ бирә) күтәрелә алмаясаҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, ысын халыҡ йырсылары гран-приға мохтаж да түгел, улар өсөн оҙон көй йырлау – йәшәү рәүеше. Шулай ҙа ғәҙеллек тигән төшөнсә лә бар бит әле.

                                                                                                     Юлай Ғәйнетдинов 
                                                                                          (“Ағиҙел”, 2019 йыл 7-се һан)


QR код материала

Qr Code