Краткое описание ОНКН

  • Мәҡәл — һүҙ асҡысы, әйтем — күңел асҡысы. 
  • Мәҡәл — һүҙҙең атаһы, вәғәҙә — ирҙең вафаһы. 
  • Мәҡәл һаҡалдан олораҡ. 
  • Мәҡәл әйткән — юл өйрәткән, әйтем әйткән — күңел йыуатҡан. 
  • Мәҡәлдә хиҡмәт булыр. 
  • Мәҡәлле һүҙ — аҡыллы һүҙ, мәҡәлһеҙ һүҙ — тоҙһоҙ аш. 
  • Әйтем — һүҙҙең биҙәге, мәҡәл — һүҙҙең еләге. 
  • Мәҡәл аҡыллы баштан сыға.