Краткое описание ОНКН

  • Уҡыу - белем шишмәһе. 
  • Уҡыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу. 
  • Уҡыған артҡа ҡалмаҫ. 
  • Укыған ете ҡат ер аҫтындағын күрә, уҡымаған ер өҫтөндәген дә 
  • күрмәй. 
  • Уҡыған ил уҙыр, уҡымаған ил туҙыр. 
  • Уҡыған кеше хур булмай. 
  • Укыған уғыл - атанан оло. 
  • Уҡыған уңыр, уҡымаған туңыр. 
  • Уҡыған үлмәҫ, уҡымаған көн күрмәҫ. 
  • Уҡый белмәһәң дә хурлыҡ, уҡып белмәһәң дә хурлыҡ. 
  • Уҡымаған бер телле, уҡыған ике телле. 
  • Уҡымаған күҙлене уҡыған һуҡыр еңгән. 
  • «Уҡыным» тимә, «белдем» тиң. 
  • Уҡыу - күңел нуры, уҡымай ҡалған - кеше хуры. 
  • Уҡыу ялыҡтырһа ла бил һындырмай. 
  • Уҡыуһыҙ белем юҡ, белемһеҙ көнөң юҡ. 
  • Уҡыһаң белерһең, уҡымаһаң бөлөрһөң.