Краткое описание ОНКН

  • Дуҫ булһаң, дуҫ ҡәҙерен онотма. 
  • Дуҫ дуҫ өсөн мал бирер, яу килгәндә йән бирер. 
  • Дуҫ - дуҫтың көҙгөһө. 
  • Дуҫ илатып өйрәтер, дошман көлдөрөп көйрәтер. 
  • Дуҫ килгән көн - байрам көн. 
  • Дуҫ һөйөнһөн, дошман көйөнһөн. 
  • Дуҫ хаҡы өсөн йән фиҙа. 
  • Дуҫ әйтһә - ҡалма, дошман әйтһә - барма. 
  • Дуҫты тапҡансы эҙлә,тапһаң - һаҡла. 
  • Дуҫы күпте яу алмай. 
  • Дуҫһыҙ кеше - ҡанатһыҙ ҡош. 
  • Дуҫың күп булһа, дошманың үҙе үлер. 
  • Дуҫың ниндәй - ҡәҙерең шундай. 
  • Дуҫың яныңда булмаһа, донъяның йәме юҡ. 
  • Ике яҡшы дуҫ булһа, ике аранан ҡыл үтмәҫ. 
  • Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын. 
  • Кейемдең яңыһын маҡта, дуҫтың иҫкеһен маҡта. 
  • Дуҫыңды дуҫ итә бел, эшеңде эш итә бел. 
  • Дуҫың һуҡмағына үлән үҫтермә. 
  • Йөҙ һум аҡса булғансы, йөҙ дуҫың булһын. 
  • Ысын дуҫ бәхетһеҙлектә һанала. 
  • Ағас тамыры менән, кеше дуҫтары менән көслө. 
  • Дуҫ көлгәндә беленмәй, бөлгәндә беленә. 
  • Дуҫ ҡәҙерен һуғышта белерһең. 
  • Дуҫын яҡламаған яуға ҡалыр. 
  • Дуҫ битлеген кейгән дошман хәтәр. 
  • Дуҫ-ишле булайым тиһәң, кенә тотма. 
  • Дуҫ күҙеңә ҡарап әйтер, дошман артыңда ғәйбәт һатыр. 
  • Дуҫ күп булһа ла — аҙ, дошман бер булһа ла — күп. 
  • Дуҫ менән дуҫ булғанға шатлан, дошман менән дуҫ булыуҙан һаҡлан. 
  • Дуҫ үпкәләһә, дошман кинәнер. 
  • Дуҫтан дошманды айыра бел. 
  • ҡалышыу — дуҫһыҙ ҡалыу. 
  • Дуҫтар хәтерен ҡалдырһаң, дошман хәтерен табырһың. 
  • Дуҫтың дуҫлығы ҡара көндә беленер. 
  • Дуҫтың дуҫлығы яуҙа беленә. 
  • Дуҫың булһа, үҙеңдән артыҡ булһын. 
  • Дуҫың менән дуҫ булғанға шатлан, 
  • Дошманың менән дуҫ булғандан һаҡлан! 
  • Дуҫың яман булһа, айбалтаң яныңда булһын. 
  • Дуҫың яныңда булмаһа, донъяның йәме юҡ. 
  • Дуҫыңа ат бирмә, ат бирһәң, яй йөрө, тимә. 
  • Дуҫыңды дуҫ итә бел, эшеңде эш итә бел. 
  • Дуҫыңдың кем икәнен юлға сыҡҡас белерһең. 
  • Егетте дуҫынан таны. 
  • Ике йөҙлө дуҫтан дошман яҡшы.