Краткое описание ОНКН

  • Әҙәмде әҙәм иткән — әҙәп. 
  • Әҙәп барҙа оят бар. 
  • Әҙәп барҙа иман бар, әҙәп юҡта иман юҡ. 
  • Әҙәпһеҙҙән әҙәп өйрән. 
  • Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң - әҙәм булырһың, яманға ғәҙәтләнһәң - әрәм булырһың. 
  • Әҙәпле кеше — солтан, әҙәпһеҙҙең бите — олтан. 
  • Әҙәп булмаған ерҙә иман юҡ. 
  • Ғәйебеңде таныу – ярты төҙәлеү. 
  • Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит. 
  • Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең. 
  • Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе. 
  • Кесегә шәфҡәт итеп юл бир, олоға хөрмәт итеп ҡул бир. 
  • Оло кешегә изгелек күрһәтмәгән, олоғайғас үҙе лә изгелек күрмәҫ. 
  • Оло кешене хөрмәтләһәң, хөрмәт күрерһең. 
  • Оло һүҙен тыңламаған оролған да бәрелгән. 
  • Ололарға хөрмәт ҡыл, кеселәргә шәфҡәт ҡыл. 
  • Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде. 
  • Олоно оло ит, кесене кесе ит. 
  • Кеше холҡон күҙәт, үҙеңдекен төҙәт. 
  • Кешегә шәфҡәт ит, уҙаманға хөрмәт ит. 
  • Кешене хур иткән үҙе ҙур булмаҫ.