Краткое описание ОНКН

  • Һаулыҡ - ҙур байлыҡ. 
  • Һаулыҡты аҡсаға һатып алып булмай. 
  • Халыҡ һаулығы — дәүләт байлығы. 
  • Һаҡланған - һаулыҡҡа туйған. 
  • Һаҡланғандан үлем дә һаҡлана. 
  • Һау кешегә көн дә байрам. 
  • Һаулығың — байлығың. 
  • Һәр дарыу самаһынан уҙһа — ағыу. 
  • Тән ауырыһа, йән ҡурҡа. 
  • Тәне һауҙың йәне һау. 
  • Тир менән сир сыға. 
  • Самалы ашаған һау булыр. 
  • Саф һауа - тәнгә дауа. 
  • Сир аяҡ аҫтында. 
  • Сир ҡулдан йоғор, тымау - тындан. 
  • Сирле үлмәй, әжәле еткән үлә. 
  • Сирле, сирленең холҡо - кирле-мирле. 
  • Сирлегә йәйге селләлә лә һыуыҡ. 
  • Сирләмәйенсә һаулыҡтың, ҡартаймайынса йәшлектең ҡәҙерен белмәҫһең. 
  • Сәләмәт тәндә - таҙа аҡыл. 
  • Оҙаҡ ауырыу йән ала. 
  • Кешенең дарыуы - кеше. 
  • Йәнең һау булһа, ауырыумын тимә, тәнең һау булһа, ярлымын тимә. 
  • Ауырыу көсәйһә, йәнеңде алыр, 
  • Дарыу көсәйһә, малыңды алыр. 
  • Ауырыу күрмәгән кеше һаулыҡтың ҡәҙерен белмәҫ. 
  • Ауырыуға сыҙамаһаң, һаулыҡтың ҡәҙерен бел. 
  • Байлыҡ башы — һаулыҡ. 
  • Байлыҡ — бер айлыҡ, һаулыҡ — ҙур байлыҡ. 
  • Байлыҡтың алды — тән һаулыҡ. 
  • Паҡлыҡ һөйгән һау булыр.