Краткое описание ОНКН

  • Әсә хаҡы – тәңре хаҡы. 
  • Әсә ҡулы – им. 
  • Әсәhеҙ ғаилә - hүнгән усаҡ . 
  • Әсә янында бала етем булмай. 
  • Әсәhен ҡәҙерләгән ҡәҙерле булыр. 
  • Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхетлек. 
  • Әсәйгә бөтә балалар ҙа бер. 
  • Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта. 
  • Ҡош яҙға ҡыуана, бәпес – әсәйгә. 
  • Һәр әсәгә үҙ балаһы яҡын. 
  • Әсәйҙән дә яҡын иптәш юҡ. 
  • Әсә күңеле балала, бала күңеле далала. 
  • Әсәй - ҡаҙна, атай – еҙнә.
  • Бала ҡəҙерен əсə белер. 
  • Телһеҙҙең телен əсəһе белер. 
  • Үҙ əсəң бауырһаҡ, үгəй инəң — һарымһаҡ. 
  • Атаһыҙ бала етем түгел, əсəһеҙ бала етем. 
  • Əсə ҡуйыны тундан йылыраҡ. 
  • Əсə йылыһы — ҡояш йылыһы. 
  • Ағасына күрə алмаһы, əсəһенə күрə балаһы. 
  • Бала шатлығы — əсə шатлығы. 
  • Ата-əсə алғышы утҡа-һыуға батырмаҫ. 
  • Ата-əсəһенə ҡəҙер күрһəтмəгəн — үҙе лə изгелек күрмəҫ. 
  • Баланың ғəйебе — ата-əсəнеке. 
  • Донъяла ата-əсəнəн башҡа бар нəмə лə табыла. 
  • Астан үлһəң дə, ата-əсəңде ташлама. 
  • Ир бала — ата-əсəгə таяу, ҡыҙ бала — өйгə яҡҡан буяу. 
  • Атаны күреп ул үҫер, əсəне күреп ҡыҙ үҫер.