Краткое описание ОНКН

  • Иле барҙың – көнө бар. 
  • Айғыр малға ни етә, йөрөй белгән кешегә; тыуған илгә ни етә, ҡәҙерен белгән кешегә. 
  • Айырылған ил аҙыр, ҡушылған ил уҙыр. 
  • Аҫыл кеше алтын тип үлмәҫ, илем тип үлер. 
  • Ат әйләнеп төйәген табыр, һыу әйләнеп юлын табыр, ир әйләнеп илен табыр. 
  • Ат туйған ерендә, ир тыуған илендә. 
  • Алтын- көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ. 
  • Берҙең көнө ил менән, илдең көнө ер менән. 
  • Берҙә түгел, илдә көс. 
  • Биле ныҡтың – иле ныҡ, иле ныҡтың – биле ныҡ. 
  • Данлы егет ил өсөн үлер. 
  • Дуҫынан айырылған ете йыл илар, 
  • Иленән айырылған ғүмер буйы илар. 
  • Ерҙең даны ирҙән. 
  • Ерҙең көнө ил менән, илдең көнө ер менән. 
  • Ерҙән айырылған елгә осор. 
  • Ере байҙың – иле байыр. 
  • Ерһеҙ кеше — илһеҙ кеше. 
  • Икмәк – илдән, һыу – күлдән. 
  • Ил барҙа сәпсек үлмәҫ. 
  • Ил барҙа, ир хур булмаҫ, ир барҙа, ил хур булмаҫ. 
  • Иле барҙың теле бар, теле барҙың иле бар. 
  • Ил ирекһеҙ булһа, ир күрекһеҙ булыр. 
  • Ил көйөнгәндә көйөн, ил һөйөнгәндә һөйөн. 
  • Ил ҡәҙерен белмәгән – башын юғалтҡан, Ер ҡәҙерен белмәгән – ашын юғалтҡан. 
  • Ил намыҫы хур итмәҫ. 
  • Ил терәге – ир, ир терәге – ил. 
  • Илгә бирһән ашыңды, ил ҡәҙерләр башыңды, Эткә бирһәң ашыңды, эттәр талар башыңды. 
  • Илгә ҡушылһаң – ир булырһың, илдән айырылһаң – хур булырһың. 
  • Илдең биле ныҡ булһын, ирҙең күңеле туҡ булһын. 
  • Илдең көнө ер менән. 
  • Илдең эше ир муйынында, ирҙең эше ил ҡуйынында. 
  • Илдә булһа үлмәҫһең, илһеҙ көнөң күрмәҫһең. 
  • Иле берҙәмдең, көнө берҙәм. 
  • Иленән биҙгән ир уңмаҫ, күленән биҙгән ҡаҙ уңмаҫ. 
  • Ир аҡылы – бер алтын, ил аҡылы – мең алтын. 
  • Ир булһаң, илгә таян. 
  • Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр. 
  • Ир-егетең яҡшыһы ил менән. 
  • Ир илендә ҡәҙерле. 
  • Ир терәге – ер. 
  • Ир – тыуған ерендә, ат – туйған ерендә. 
  • Ир яҡшыһы илгә ярай. 
  • Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән. 
  • Ирҙәр айырылһа, ил таралыр. 
  • Киң кейем туҙмаҫ, кәңәшле ил аҙмаҫ. 
  • Көтөү ташлаған малды бүре алыр, илен ташлаған ирҙе гүр алыр. 
  • Күл балығы менән данлы, ил халығы менән данлы. 
  • Мал ашаған еренә, ир тыуған еренә ҡайтыр. 
  • Осорорға ел көслө, көрәшергә ил көслө.