Краткое описание ОНКН

  • Яҡшы һүҙ балдан татлы. 
  • Әҙерәк һөйләһәң, күберәк ишетрһең. 
  • Яҡшы һүҙ – йән аҙығы. 
  • Йылы көн ҡарҙы иретер, йылы һүҙ йәнде иретер. 
  • Яҡшының үҙе яҡшы, үҙенән һүҙе яҡшы. 
  • Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә. 
  • Ышанма кеше һүҙенә, ышан үҙ күҙеңә. 
  • Һүҙе ямандың үҙе яман. 
  • Бер әйткәнде ике әйтмә. 
  • Үҙең ишетке килмәгән һүҙҙе кешегә һөйләмә. 
  • Ауыҙың ни әйткәнде ҡолағың ишетһен. 
  • Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә. 
  • Һүҙҙең башынан элек төбөн уйла. 
  • Ялған һөйләһәң - тотолорһоң, дөрөҫ һөйләһәң - ҡотолорһоң. 
  • Кешенең белемен һүҙенән аңларһың. 
  • Кешенең үҙенә ҡарама, һүҙенә ҡара. 
  • Аҙ һөйлә - күп эшлә. 
  • Һүҙ яраһы һөңгө яраһынан ҡатыраҡ. 
  • Әйткән һүҙ-атҡан уҡ. 
  • Һүҙ тейһә — ағаға, уҡ тейһә боғаға. 
  • Һүҙенә күрә яуабы, саҙаҡаһына күрә cауабы 
  • Һүҙенән ҡайтҡан - ир түгел 
  • Һүҙ күп ерҙә эш аҙ булыр. 
  • Һүҙ менән түгел, эш менән күрһәт. 
  • Һүҙ һөймәгән тирмән ҡорған. 
  • Һүҙең менән эшең бер булһын.