Краткое описание ОНКН

  • Бала бар ерҙә батша юҡ. 
  • Бала - ата-инәгә алтын бағана. 
  • Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер. 
  • Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән. 
  • Бала ҡарыныңда саҡта - эсеңә ауыр, өйҙә саҡта - башыңа ауыр, ситкә китһә - йәнеңә ауыр. 
  • Балалы тормош - мең хәсрәт, балаһыҙ - бер хәсрәт. 
  • Балаһыҙ кеше кеше һөйләр, балалы кеше балаһын һөйләр. 
  • Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер, 
  • Баланан бәхетең булмаһа - иртә йәштән ҡарт итер. 
  • Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ. 
  • Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс. 
  • Ир бала – йортҡа терәк. 
  • Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең, 
  • Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең. 
  • Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, 
  • Апаһын күреп, һеңле үҫер. 
  • Ир бала атаһына таяу, 
  • Ҡыҙ бала өй эсендә буяу. 
  • Бала итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә - көйҙөрә. 
  • Улың булһа, олоҡло менән күрше бул, 
  • Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул. 
  • Ҡыҙы барҙың наҙы бар. 
  • Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.