Краткое описание ОНКН

  • Теле ямандың көнө яман. 
  • Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел. 
  • Телдең күрке - һүҙ. 
  • Татлы тел таш ярыр. 
  • Теле барҙың иле бар. 
  • Теле оҫта, ҡулы ҡыҫҡа. 
  • Тел менән тирмән тарттырып, онло булып булмай. 
  • Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт 
  • Тел һөйләй, ҡул эшләй. 
  • Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен. 
  • Телең һөйләһен, ҡулың эшләһен. 
  • Телеңде бәйләп ҡуй ҙа, ҡулыңды эшкә ҡуш. 
  • Телеңә таянма, көсөңә таян, көсөңә таянма, эшеңә таян. 
  • Теленең өҫтө - һөт, аҫты - ҡорт. 
  • Телеңә урын тапмаһаң, тешеңә ҡыҫтыр. 
  • Телеңде теш артында тот, ҡолағыңды киҫмәһен. 
  • Теле боҙоҡтоң күңеле боҙоҡ. 
  • Яман кешенең теле әсе. 
  • Көйҙөргән дә - тел, һөйҙөргән дә - тел, көлдөргән дә - тел ,бөлдөргән дә - тел. 
  • Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә. 
  • Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт. 
  • Әсә теле бер була. 
  • Иләк һорарға ла тел кәрәк. 
  • Аҙ һөйләһәң, күп ишетерһең. 
  • Аҙ һөйлә - күп эшлә. 
  • Аҡылы ҡыҫҡаның теле оҙон.