Краткое описание ОНКН

  • Белемле ҡыҙ - бирнәле ҡыҙ 
  • Белемлегә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡ. 
  • Белмәгәндең беләге тыныс. 
  • Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү - ғәйеп 
  • Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр. 
  • Белгән — юлда, белмәгән — түрҙә. 
  • Белгәнгә — ер, белмәгәнгә — гүр. 
  • Белмәгән белер, белмәгәндән көлөр. 
  • Белмәгән эшкә ҡатышма. 
  • Белмәгән эштән шайтан көлгән. 
  • Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең ике ҡулына ла көс. 
  • Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең йөрәге тыныс. 
  • Белгәнгә — яңылыш, белмәгәнгә — нағыш. 
  • Көслө кеше берҙе еңер, белемле кеше меңде еңер. 
  • Белемле кеше юғалмаҫ.