Объекты нематериального культурного наследия народов Республики Башкортостан
НА САЙТЕ 6944 МАТЕРИАЛОВ
Ҡайһы яҡта сәтәш айырышыу ҙа тиҙәр. Уны бәләкәй балалар ҙа, урта йәштәгеләр ҙә, ололар ҙа берҙәй ярата. Был уйын бигерәк тә көҙ һәм ҡыш, һуғым, ҡаҙ өмәләре мәлдәрендә йыш иҫкә төшөрөлә. Әтәс йылын ҡаршы алғанда ла уйнап алырға мөмкикн. «Йәтәс айырышыу»ҙың шарттары ябай. Йәтәс – ҡоштоң дуға рәүешендәге саталы түш һөйәге. Йыш ҡына ауыл өйҙәрендә ҡош ите бешергән һайын ошо һөйәкте кимергәс, киптереп, йыйып баралар. Ләкин йышыраҡ осраҡта табында уҡ йәтәсте айырышып ҡуялар. Ике кеше һөйәкте ике яҡҡа айыра тарта ла «Йәтәс айырыштым!» ти. Ҡайһы яҡта махсус әйтеш һүҙҙәр ҙә бар, мәҫәлән, Баймаҡ яғында «Һөйәге – һиңә, бүләге – миңә», тиҙәр. 
Уйынсылар отолған осраҡта кем нимә эшләргә бурыслы буласағын алдан килешә. Ул йыш ҡына берәй мәрәкә йомош, ҡыҙыҡлы шарт була. Мәҫәлән, отолоусы күршенең ихата¬һындағы ҡарҙы көрәргә йә еңеүсегә күлдәк кейҙерергә, йә, әтәс һуйып, ҡунаҡҡа саҡырырға бурыслы. 
Йәтәсте айырған минуттан улар икеһе лә һаҡ, абай булырға тейеш. Улар хәҙер бер-береһенең ҡулына нимә булһа ла тотторорға тырыша. Уйынсы берәй нәмә биргәндә, икенсеһе «Иҫемдә!» тип әйтеп ала. 



Әгәр уйынсы әйберҙе был һүҙҙе әйтмәйенсә ҡулына тотһа, икенсеһе «Йәтәс!» тип ҡысҡыра һәм еңеүсе була. Был уйын хәтерҙе нығыта, сослоҡ тәрбиәләй. Уйынсыларҙың иҫе ныҡ булып, айҙар, хатта йылдар буйы бер-береһен еңә алмай йөрөгән осраҡтар ҙа йыш. Йәтәс ихлас, күңелле уйын, уны бер айырышҡан кешенең тағы уйнағыһы килеп тора. “Йәтәс айырышыу”ҙы уйнап ҡалығыҙ!

Источник